Мөһим ҡарар ҡабул итер ваҡыт
Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй уҡыу йортон һайларға? Шуға күрә уҡыу йорттары ла “асыҡ ишектәр” көнө үткәрә башланы. Ошондай сараларҙың береһе яңыраҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында булды.
Академия ҡунаҡтары өсөн факультеттарҙың консультация пункттары эшләне, унда абитуриенттар декандар һәм алдынғы уҡытыусылар менән иркен аралаша, белем биреү программаларының үҙенсәлектәре һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Академияла уҡыу үҙенсәлеге тураһында белә алды. Шулай уҡ видео һәм фотозона ойошторолдо, республиканың киң мәғлүмәт саралары саҡырылды.
Сараны Академия ректоры Данияр Мәүлийәр улы Абдрахманов асты. Ул буласаҡ һөнәрҙе һәм юғары уҡыу йортон һайлауҙың мөһимлеген билдәләне.
Сараның ҡунаҡтары – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов һәм Башҡортостан Башлығы дәүләт хеҙмәте мәсьәләләре һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге мөдире урынбаҫары Эльвира Хәбибрахманова. Улар икеһе лә – ошо уҡыу йортон тамамлаған кешеләр. Улар Академияла уҡыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм бында алған белемдәре аша уңышлы карьера төҙөй алыуҙарын билдәләне.
Дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты деканы Гүзәл Исхаҡова уҡыу йортонда декандың – “икенсе әсәй”, ә факультеттың ҙур ғаилә булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ: “Беҙҙең өсөн һәр абитуриент һәм студент мөһим”, – тине.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының студенттар советы рәйесе Карина Канарева һөйләүенсә, студенттарҙың тормошо – ул уҡыу ғына түгел, әүҙем йәмәғәт саралары – спорт, бейеү, шиғриәт һәм музыка кисәләре лә.
Абитуриенттар өсөн өҫтәмә белем биреү һәм инновацион үҫеш департаменты етәксеһе урынбаҫары Лилиә Вафина ла сығыш яһаны. Ул Академияның бакалавриат һәм магистратура программаларында уҡыу осоронда яңынан һөнәри әҙерлек һәм квалификацияны күтәреү буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыуы хаҡында һөйләне.
“Өҫтәмә белем алғанда студент Академияны ике һәм унан күберәк диплом менән сыға ала”, – тип билдәләне Лилиә Вафина.
Сара ҡунаҡтары алдында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Лилиә Ғәфиәтуллина сығыш яһаны. Үҙ сығышында ул 2022 йылда ҡабул итеү кампанияһының яңылыҡтарына, ҡабул итеү үткәреү ваҡытына, уҡырға инеү өсөн кәрәкле документтарға иғтибар итте.
Рәсми өлөштән һуң ата-әсәләр һәм абитуриенттар бакалавриат һәм магистратура буйынса белем биреү программаларын презентациялауҙа ҡатнашты. Улар факультет декандары һәм кафедра мөдирҙәре, уҡытыусылар менән аралашты, уҡыу, ғилми, ижади, спорт һәм һәр факультеттың башҡа төрлө өлкәләре менән танышты.
Бынан һуң теләге булғандар өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында урынлашҡан республика парламенты тарихы музейына экскурсия ойошторолдо.
Источник:
- Газета «Башкортостан» https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2022-04-12/m-im-arar-abul-iter-va-yt-2766444 ;
- БСТ.