Добро пожаловать! Сегодня    Версия для слабовидящих

БАГСУ

БАГСУ   ГБОУ ВО «Башкирская академия
государственной службы и управления
при Главе Республики Башкортостан»

Ул тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ

Өфөлә "Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар, механизмдар, шарттар" тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. 

Сара башында фән вәкилдәрен Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Тажетдинов һәм башҡалар тәбрикләне. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында үткәрелгән һәм билдәле ғалим-иҡтисадсы Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтовтың иҫтәлегенә бағышланған был сараны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, ошо Академия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан президенттары ҡарамағындағы дәүләт идараһы академиялары ойошторған. 

kltiOmeZ1MM.jpg

Конференцияла түбәндәге темалар буйынса ғилми докладтар менән сығыш яһанылар: территориаль үҫештең стратегик өҫтөнлөктәре; “Һанлы төбәк”: мөмкинлектәр һәм талаптар, Башҡортостан Республикаһында социаль-иҡтисади системаларға идара итеүҙәге алымдар, моделдәр һәм технологиялар; Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү үҙенсәлектәре, Башҡортостандың социаль-мәҙәни үҫеше; төбәктәрҙең стратегик үҫешенең сәйәси һәм социаль-мәҙәни аспекттары. 

Сараның пленар ултырышында Азамат Тажетдиновтың "Төбәкте үҫтереү шарты булараҡ, махсус иҡтисади зоналар", Рәсәй дәүләт аграр университетының кафедра мөдире Рәфҡәт Ғайсиндың “Хәҙерге шарттарҙа аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге” тигән докладтары һәм башҡа сығыштар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Артабан конференция секцияларға бүленеп эшләне. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге, шулай уҡ сит илдәр вәкилдәре “zoom” системаһы биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланды. 

PZ3KYqb1p_Q.jpg
YRP_LgNjDhg.jpg

Автор: Рәшит Кәлимуллин

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите / Источник: газета "Башкортостан" ссылка