Image
   
                              Контакты

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы бөгөн төбәктә дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһенә заманса белгестәр, иҡтисадтың төрлө тармаҡтары һәм халыҡ хужалығы өсөн топ-менеджерҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү буйынса төп уҡыу йорто булып тора.

 

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын ойоштороусы - төбәктең иң юғары вазифалы кешеһе - Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

 

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаусылар иҫәбендә - министрҙар, ҡала һәм муниципаль район хакимиәте башлыҡтары, республика һәм федераль кимәлдәге ҙур предприятие һәм ойошмалар етәкселәре. Академия Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында халыҡ хужалығы өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләүсе Президент программаһын тормошҡа ашырыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора.

 

Шуға ла республикала дәүләт идараһы өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү - киләсәккә төп

инвестицияларҙың береһе, тигән ҡараш нығынған.

 

Республикалағы берҙән-бер махсуслаштырылған юғары уҡыу йорто булараҡ, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы власть һәм идара итеү органдары өсөн тотороҡло партнер булараҡ сығыш яһай. Бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙең заманса образы формалаштырыла, киләсәккә кадрҙар резервы әҙерләнә. Академия нигеҙендә йыл һайын төбәк һәм федераль саралар, форумдар, конференциялар уҙғарылыуы ошоно дәлилләй.

 

Бына 30 йыл инде Академия дөйөм белем биреү хеҙмәттәре баҙарында ныҡлы урын алып тора. Төбәк етәкселегенең даими иғтибары һөҙөмтәһендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы үҙенең белем биреү һәм ғилми ҡеүәтен үҫтерә, бөтә кимәлдәрҙә уҡытыу системаһын камиллаштыра, ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәрҙең сифатын арттыра. Академия социаль-иҡтисади үҫештең күп кенә көнүҙәк йүнәлештәре буйынса республика һәм муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы ғилми һәм методик яҡтан оҙатыу буйынса эксперт майҙансығы булараҡ сығыш яһай.

 

Белем биреү процесында юғары уҡыу йортоноң «классик» структураһының традицион нигеҙҙәрен (факультет-кафедра-студент) инновацион белем биреү технологиялары менән байытып, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кадрҙарҙы күп кимәлле әҙерләүҙе, шулай уҡ бөтә һөнәри эшмәкәрлек дауамында уларҙы ҡайтанан уҡытыу һәм квалификацияларын күтәреүҙе тәьмин итә.

 

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы бөгөн – ул:

0
юғары белем биреү программаһы;
0
юғары белем программаларын тамамлаусылар;
0
нән ашыу өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы;
0
нән ашыу өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы;

Дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты

Дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты 2016 йылдың 5 февралендә ике ҙур факультетты - дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ (2002 йылдың сентябрендә ойошторолған), иҡтисад һәм идара итеү (2006 йылдың июнендә ойошторолған) - берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

 

Факультет «Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы» юғары белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының төп структура бүлексәләренең береһе булып тора.

 

Факультеттың маҡсаты - сифатлы белем биреү. Һуңынан ошо белем ярҙамында идара итеү һәм иҡтисад йүнәлештәрендә лайыҡлы вазифа биләргә һәм карьера баҫҡысы буйлап уңышлы үҫергә мөмкинлек буласаҡ.

 

Факультет студенттары белем алыуҙан тыш тыш ғилми тормошҡа әүҙем йәлеп ителә, халыҡ-ара һәм башҡа төрлө конференцияларҙа, семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм вебинарҙарҙа үҙҙәренең ғилми тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһай, ғилми эштәрен баҫтыра, факультеттың һәм академияның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Image

Юридик факультет

 

«Юриспруденция» йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләү 1993 йылдан алып барыла. Юридик факультет, айырым структура булараҡ, 2002 йылдың сентябрендә булдырылды. Быға тиклем «Юриспруденция» йүнәлеше буйынса

әҙерлек Дәүләт идара итеү факультетында алып барылған. 1995 йылдағы тәүге сығарылыштан алып уҙған 25 йыл эсендә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында дүрт меңдән ашыу кеше юрист дипломын алды.

 

Факультет «Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы» юғары белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының төп структура бүлексәләренең береһе булып тора.

 

Факультет студенттары белем алыуҙан тыш тыш ғилми тормошҡа әүҙем йәлеп ителә, халыҡ-ара һәм башҡа төрлө конференцияларҙа, семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм вебинарҙарҙа үҙҙәренең ғилми тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһай, ғилми эштәрен баҫтыра, факультеттың һәм академияның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге дәүләт һәм муниципаль үҫештең көнүҙәк проблемаларын хәл итеү, кадрҙар сәйәсәте, йәмғиәттәге иҡтисади, социаль-демографик, сәйәси процестарға идара итеү юлдарын теоретик-методологик һәм фәнни-ғәмәли яҡтан нигеҙләүҙең заманса ихтыяждары менән билдәләнә.

Фәнни мәктәптәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында йыл һайын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм юғары уҡыу йорттары кимәлендәге конференциялар уҙғарыла. Фәнни-ғәмәли саралар үткәреү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте, кадрҙар сәйәсәтен үҫтереү, йәмғиәттә иҡтисади, социаль-

демографик, сәйәси һәм дини процестар менән идара итеү кеүек көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә йүнәлтелгән. Конференция материалдары Рәсәй ғилми өҙөмтә килтереү индексы (РИНЦ) системаһы менән индексацияланған йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа баҫыла.

 

Конференциялар

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында йыл һайын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм юғары уҡыу йорттары кимәлендәге конференциялар уҙғарыла. Фәнни-ғәмәли саралар үткәреү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте, кадрҙар сәйәсәтен үҫтереү, йәмғиәттә иҡтисади, социаль-демографик, сәйәси һәм дини процестар менән идара итеү кеүек көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә йүнәлтелгән. Конференция материалдары Рәсәй ғилми өҙөмтә килтереү индексы системаһы (РИНЦ) менән индексацияланған йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа баҫыла.

Методологик семинар

Методологик семинар фән үҫешенең көнүҙәк проблемаларын тикшереү, академияның ғилми мәктәптәре сиктәрендә бергәләп тикшеренеү эштәре алып барыу һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү, тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашыу рәүешендә академияның дисциплина-ара фәнни мәктәптәре интеграцияһына булышлыҡ итә, академияла уҡытыусыларҙың, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең, докторанттарҙың, аспиранттарҙың һәм магистранттарҙың уртаҡ фәнни эшмәкәрлеген тәшкил итә һәм педагогик оҫталыҡты, квалификацияны күтәреү төрҙәренең береһе булып тора.

Академияла методологик семинар ойоштороуҙың маҡсаты - профессор-уҡытыусылар составының, академияның, башҡа юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡыусыларының ғилми-тикшеренеү эштәрен һәм интеллектуаль коммуникация кимәлен әүҙемләштереү һәм күтәреү.

Image

Ғилми совет

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы» юғары белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының ғилми советы (артабан - ғилми совет) ғилми, ғилми-тикшеренеү һәм ғилми-ойоштороу эшен камиллаштырыу, ғилми тикшеренеүҙәрҙе планлаштырыу, Академия хеҙмәткәрҙәренең ғилми эштәренең сифатын күтәреү маҡсатында ойошторолған.

Йәш ғалимдар советы

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының Йәш ғалимдар советы Ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт үҙәге башланғысы менән студенттар, аспиранттар, йәш уҡытыусылар һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе берләштереү маҡсатында 2009 йылдың ноябрендә ойошторолған.

 

Студент тормошо

Академияның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе - студенттар тормошон һәм үҙидаралыҡты байытыу һәм үҫтереү. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алыу абруйлы ла, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Спорт һәм интеллектуаль ял саралары, күренекле сәйәсмәндәр, ғалимдар, тикшеренеүселәр менән осрашыуҙар, Академияны тамамлаусылар клубы ағзаларының башланғыстары - былар барыһы ла туған юғары уҡыу йортонда үткән ваҡыт тураһында онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары һәм аспиранттары уҡыуҙағы һәм фәндәге ҡаҙаныштары өсөн даими рәүештә Башҡортостан Республикаһы Башлығының исемле стипендиялары менән дәртләндерелә. Академия студенттары Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми форумдарҙа даими ҡатнаша.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттар советының маҡсаты: студенттарҙы йәмәғәт эштәренә һәм үҙ-үҙеңде ойоштороуға йәлеп итеү.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттар советының бурыстары:

Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау;

Студенттарҙы мәҙәни сараларға йәлеп итеү;

Студенттарҙа яуаплылыҡ тойғоһон арттырыу;

Командала эшләү һәләтен формалаштырыу

Академия тураһында

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы

 

450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди ур., 40

Тел: +7 (347) 272-10-77

 

E-mail: bagsu@bagsurb.ru

Контакты

Телефонный справочник

Реквизиты